14:26 (UTC+5), 08 Декабря 2009

Өфөлә Президент шыршыһына әҙерлек бара

Эльмира Сабирова
Өфөлә 22 декабрь Конгресс-холлда үтәсәк Президент шыршыһына әҙерлек бара. Традиция буйынса әкиәт тамашаһына республика ҡалалары һәм райондары мәктәптәренән уҡыу алдынғылары, төрлө фәндәр буйынса олимпиадаларҙа, спорт ярыштарында еңеүселәр, үҙешмәкәр сәнғәт фестивалдәре лауреаттары, күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнеүселәр, хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған БР Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәренең балалары саҡырыласаҡ.
Барлығы Президент шыршыһында 680 бала ҡатнашасаҡ. Уларҙың барыһына ла бүләктәр, театрлаштырылған Яңы йыл тамашаһы әҙерләнгән. Һәр ваҡыттағыса, ул яҡшылыҡ һәм яуызлыҡ, ысын дуҫлыҡ, мәңгелек тормош ҡиммәттәре тураһындағы матур әкиәт итеп төҙөлгән.
“Башинформ” агентлығына БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, балалар спектаклен ҡуйыусылар Башҡорт ҡурсаҡ театры режиссеры Илмар Әлмөхәмәтов һәм Башҡорт дәүләт филармонияһынан Илшат Фәхретдинов.
Йәш тамашасыларҙы ысын мәғәнәһендә мөғжизәләр тулы әкиәт көтә. “Бер ваҡыт Яңы йыл алдынан, йәки 32 декабрь” тип исемләнгән тамаша көтөлмәгән мажараларға һәм күңелле осраҡтарға бай. Яңы йыл тамашаһының төп геройҙары – Яңы йыл шыршыһы, балалар һәм төрлө әкиәт геройҙары – урланған яңы йыл төнөн эҙләйәсәктәр. Кире геройҙар - икенсе планетанан килеүселәр. Әлбиттә, был көндө “яҡшылыҡ” “яуызлыҡты” еңәсәк һәм 31 декабрь кире ҡайтарыласаҡ…
Шоуҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры, Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры артистары ҡатнаша. Тамашасылар йырсылар, бейеүселәр һәм музыкантар сығышы менән һоҡланасаҡ. Һәр тамашасыға Башҡортостан Президентының бүләге тапшырыласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика