10:10 (UTC+5), 08 Декабря 2009

Өфөлә “Эске туризм өлкәһендә инновациялар” Бөтә Рәсәй кәңәшмәһе үтәсәк

Дмитрий Слезин
Башҡортостанда 9-12 декабрь “Эске туризм өлкәһендә инновациялар” Бөтә Рәсәй кәңәшмәһе үтәсәк.
“Башинформ” агентлығына БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, кәңәшмәлә Сыуаш Республикаһы,Татарстандан, Ставрополье крайынан, Нижегород, Ҡурған, Вологда, Силәбе, Ульяновск, Төмән, Мәскәү, Ярославль, Пенза, Һамар, Липецк, Ырымбур һәм Свердловск өлкәләренән ҡатнашасаҡтар. Улар туризм өлкәһендә урындағы үҙидара һәм федераль һәм төбәк башҡарма власть органдары вәкилдәре, шулай уҡ эре туристик фирмалар етәкселәре.
9 декабрь кәңәшмәлә ҡатнашыусылар өсөн физик культура һәм спорт обьекттарында булыу мөмкинлеге менән Өфө буйлап экскурсия ойоштороласаҡ.
10 декабрь Конгресс- холл бинаһында кәңәшмә уҙғарыласаҡ. Тәүҙә ҡунаҡтар туристик индустрия күргәҙмәһе менән танышасаҡ. Унда республиканың санатор- курорт учреждениелары, тау саңғыһы үҙәктәре, профилле вуздар, эске туризм буйынса махсуслашҡан туристик операторҙар, экскурсиялар бюроһы үҙ эшмәкәрлектәре менән таныштырып үтмәксе. Күргәҙмәлә квадроциклдар, велосипедтар, катерҙар, этник тирмәләр була һәм ошонда уҡ башҡорт балын тәмләп ҡарау мөмкинслеге буласаҡ.
Кәңәшмәнең икенсе көнө Ғафури районында үтәсәк. “Красноусольский” шифаханаһында күсмә секциялар эшләйәсәк. Уларҙың берәүһе эске туризм мәсьәләләренә арнала. Икенсеһе – туристик-спорт секцияһы, ул Ташаҫты ауылында, билдәле Уҡлыҡая эргәһендә үткәреләсәк.
Кәңәшмәнән һуң Башҡортостан Республикаһының географик үҙәгенә – Ғафури районының Ерек ауылына – барыу ҡаралған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика