04:40 (UTC+5), 07 Декабрь 2009

Байрамдарҙа нисек ял итәбеҙ?

Юлай Мәғсүмов
24 декабрь - Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы көнө иҫтәлекле дата тип билдәләнә һәм эш көнө булып тора.
Ғинуарҙа биш көнлөк эш аҙнаһында Башҡортостан Республикаһында байрам көндәренә бәйле 2010 йылдың 1 - 10 ғинуары байрамдар булып тора.
2009 йылдың 2 декабрендәге “Башҡортостан Республикаһында байрам һәм иҫтәлекле көндәр, һөнәри байрамдар һәм башҡа мөһим даталар тураһында” Башҡортостан Республикаһы Законының 1 һәм 3-сө статьяларына үҙгәрештәр индереү хаҡында” 186-з һанлы Башҡортостан Республикаһы Законына ярашлы, 24 декабрь - Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы көнө иҫтәлекле дата тип билдәләнә һәм эш көнө булып тора.
Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 112-се статьяһына ярашлы, 1, 2, 3, 4 һәм 5 ғинуар - Яңы йыл каникулдары, 7 ғинуар - Христос Раштыуаһы - ял һәм байрам көндәре булып тора.
2010 йылда 2 һәм 3 ғинуарҙағы байрам көндәре ял көндәренә тура килә. Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 112-се статьяһына ярашлы, ял һәм байрам көндәре тап килгән осраҡта ял көнө байрамдан һуң килгән эш көнөнә күсерелә. Тимәк, ял көндәре шәмбе 2 ғинуарҙан һәм йәкшәмбе 3 ғинуарҙан 2010 йылдың 6 һәм 8 ғинуарына күсерелә.
Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 120-се статьяһы нигеҙендә йыллыҡ төп йәки йыллыҡ өҫтәмә түләүле отпуск биргәндә 1, 2, 3, 4, 5 һәм 7 ғинуарҙағы ял һәм байрам көндәре отпускының календарь көндәренә индерелмәй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика