09:17 (UTC+5), 07 Декабря 2009

Башҡортостанда быйыл 308 һуғыш ветераны торлаҡ менән тәьмин ителде

Ғәлиә Нәбиева
Башҡортостанда йыл башынан 2005 йылдың 1 мартына тиклем иҫәпкә торған 308 Бөйөк ватан һуғыш ветераны һәм инвалиды торлаҡ менән тәьмин ителде. Тағы ла 122 ветеранға торлаҡ һатып алыу өсөн субсидия бирелеү тураһында танытма тапшырылды.
Әле БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы 2005 йылдың беренсе мартынан һуң иҫәпкә тороусы ветерандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса эш алып бара. Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә тап ошондай бурыс ҡуйҙы. Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж һуғыш ветерандарының һәм һәләк булған (үлгән) Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың һәм инвалидтарҙың ғаилә ағзаларының аныҡланған исемлеге бөгөнгө көндә Рәсәй Төбәктәре үҫеше министрлығына ебәрелгән. Бөгөн был исемлеккә 333 һуғыш ветераны индерелгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика