11:39 (UTC+5), 04 Декабря 2009

МДУ ректоры Виктор Садовничийға БДУ-ның Маҡтаулы докторы исеме бирелде

Эльмира Сабирова
М.Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты ректоры Виктор Садовничий Башҡорт дәүләт университетының Маҡтаулы докторы булды. Доктор мантияһын һәм дипломды уға БДУ-ның ректоры Мөхәмәт Харрасов тапшырҙы. Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, Өфөлә юғары уҡыу йортоноң 100 йыллығына арналған юбилей саралары бара.
Республиканың баш ҡалаһына байрам сиктәрендә бөтә доньянан хөрмәтле ҡунаҡтар йыйылды, шул иҫәптән М.Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты ректоры Виктор Садовничий ҙа килде. Академик университеттың акт залында уҙған уҡытыусылар һәм студенттар осрашыуында ҡатнашты.
– Вуздың 100 йыллыҡ юбилей тантанаһында ҡатнашыуыма мин бик шатмын,– тине Виктор Садовничий. – Башҡортостан минең өсөн бик яҡын республика, сөнки минең тәүге аспиранттарым – математиктарым тап Өфө вуздарын тамамлаусылар булды. Улар кандидатлыҡ диссертацияларын уңышлы яҡланы, ә ҡайһы берҙәре хәҙер – фән докторҙары. Башҡорт дәүләт университеты ректоры Мөхәмәт Харрасов та үҙ ваҡытында Мәскәү дәүләт университетын тамамланы, ул хатта функциональ анализ буйынса минең лекцияларыма ла йөрөнө.
Виктор Антонович, Рәсәй мәғарифы тарихы Мәскәү дәүләт университетын ойоштороуҙан башланыуын, унан һуң илебеҙҙең башҡа эре ҡалаларында, шул иҫәптән, Өфөлә вуздар барлыҡҡа килеүен, иҫкә төшөрөп үтте. Башҡортостан Республикаһында юғары белемдең 100 йыллығын МДУ ректоры мөһим тарихи ваҡиға тип атаны.
Ғалим үҙенең сығышын фән һәм мәғариф, Берҙәм дәүләт имтиханы, олимпиадалар хәрәкәте мәсьәләләренә арнаны. Һәләтле балалаларға ярҙам итергә, улар өсөн яңы белем үҙәктәре асырға һәм төрлө йүнәлештәр буйынса мөмкин тиклем күберәк олимпиадалар үткәрергә кәрәк, тине Виктор Садовничий.
Берҙәм дәүләт имтиханы тураһында һөйләгәндә, МДУ ректоры фекере буйынса, белемде баһалауҙың яңы системаһы эшләп бөөүҙе талап итә.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика