17:02 (UTC+5), 04 Декабря 2009

Өфөлә киләһе ял көндәре Фәйзи Ғәсҡәров исемендәге халыҡ бейеүе ансамбленең ике концерты үтәсәк

Әлфиә Әһлиуллина
Өфөлә киләһе ял көндәре Фәйзи Ғәсҡәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүе ансамбле артистары ике концерт менән сығыш яһаясаҡ. Коллективтың 70 йыллығына арналған концерттар Конгресс-холлдың Концерт залында үтәсәк.
Ансамблдең байрамса программаһына күп милләтле Башҡортостандың һәм донья мәҙәниәтен сағылдырған бейеүҙәр индерелгән. Тамашасыларға “Биҙрәләр менән боронғо башҡорт бейеүе”, “Ете ҡыҙ”, “Бөркөтстан”, “Сәскә ат, Башҡортостаным!” , “Башҡортостан йәшлеге” , Хәшим Мостаевтың “Шаян ҡыҙҙар” кеүек хореографик композицияларын, молдаван, татар, рус, ҡалмыҡ, белорус халыҡтарының бейеүҙәрен ҡарарға мөмкин буласаҡ.
Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, күптән түгел танылған ансамбль Мәскәү ҡалаһында гастролдәрҙә йөрөп ҡайтты. Петр Чайковский исемендәге концерт залында уҙған юбилей байрамында Рәсәй Федерацияһы мәҙәниәт министры Александр Авдеев ҡатнашты.
Был көндө республика бейеүселәрен юбилей менән Игорь Моисеев исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, “Березка” дәүләт хореография ансамбле, М.Е.Пятницкий исемендәге дәүләт академия рус халыҡ хоры, А.В. Александров исемендәге Рәсәй Армияһы йыр һәм бейеү ансамбле ҡотланы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика