09:08 (UTC+5), 03 Декабря 2009

«Юрист-профессионал 2009» конкурсында еңеүселәр бүләкләнде

Любовь Колоколова
Юристар көнө алдынан Өфөлә, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында, «Юрист-профессионал 2009» конкурсында еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы үткәрелде. Конкурстың төп маҡсаттары булып һөнәр статусын һәм абруйын, юристар берләшмәһендә профессионализм кимәлен күтәреү һәм юғары квалификациялы белгестәрҙе асыҡлау торҙо.
Ғөмүмән, беренсе тапҡыр үткәрелгән конкурсты «Респект» хоҡуҡ компанияһы, Хеҙмәт һәм социаль мөнәсәбәттәр академияһының Башҡортостан социаль технологиялар институты (филиал) ойошторҙо. Конкурс БР Юстиция министрлығы ярҙамында үтте.
«Оратор оҫталығы» махсус номинацияһында беренсе урынды һәм призды «Хоҡуҡи технологиялар үҙәге» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең аналитика төркөмө етәксеһе Юлия Туйкина яуланы. Икенсе урын БР Адвокаттар палатаһы адвокаты, юридик фәндәр кандидаты, Башҡорт дәүләт университетының хоҡуҡ институты уҡытыусыһы Гүзәл Рәжәповаға бирелде. Өсөнсө урынды «Максимум» юридик бюроһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Айгөл Солтанбәкова һәм «Урал юридик компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте юрисы Альберт Гәрәев алды.
Бер төркөм конкурсанттар махсус приздарға лайыҡ булды: улар Өфөнөң Киров район суды судьяһы ярҙамсыһы Вадим Әхмәтнәбиев - «Теорияны һәм практиканы оҫта берләштергән өсөн», БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының өсөнсө курс студенты Роман Ситдиков – «Үҙ позицияңды инандырырлыҡ итеп биргән өсөн», Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһы юрисконсульты Зөлфир Тимерғәлиев – "Суд ҡарарҙарын үтәү проблемаһы актуаллеген дәлилдәр менән нигеҙләгән өсөн», БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Секретариатының хоҡуҡи, коррупцияға ҡаршы экспертиза һәм суд вәкиллеге бүлеге мөдире Руслан Ямалетдинов – «Коррупцияға ҡаршы ҡануниәттең норматив-хоҡуҡи базаһына тәрән теоретик анализ яһаған өсөн», БР Ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау һәм алкоголле продукцияның әйләнешенә һәм сифатына контроль идаралығы хоҡуҡи эштәр бүлегенең 2-се разрядлы өлкән белгесе Юрий Банников – «Граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен яҡлауҙы хоҡуҡи көйләү өсөн», Башҡортостан республика адвокаттар коллегияһы адвокаты Нәфис Ғәлимәрҙәнов – «Иҫбатлау базаһын биреүҙә креатив ҡараш өсөн».
Наградлау тантанаһында Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Дәүләт советнигы Сергей Лаврентьев, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Рафаил Диваев, БР адвокаттар берләшмәһе президенты, БР Адвокаттар палатаһының беренсе вице-президенты Валерий Аббасов һәм башҡалар ҡатнашты.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика