16:53 (UTC+5), 03 Декабря 2009

Өфө дәүләт авиация техник университеты студенттары – Бөтә Рәсәй студент олимпиадаһы призерҙары

Эльмира Сабирова
Өфө дәүләт авиация техник университеты студенттары “Авиацион двигательдәр һәм энергетика ҡоролмалары” Бөтә Рәсәй студент олимпиадаһынан 15 призерҙар һәм ҡатнашыусылар дипломдары алып ҡайтты.
Йыл һайын үткәрелгән сара П.А.Соловьев исемендәге Рыбинск дәүләт авиация технология академияһында үтте.
ӨДАТУ-ның матбуғат хеҙмәтенән ”Башинформ” агентлығына хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй вуздарынан һәм Харьков авиацион университетынан 50 студент дүрт фәнде белеү буйынса ярышты: авиацион двигательдәр теорияһы, авиацион двигательдәр конструкцияһы, авиацион двигательдәрҙе етештереү технологияһы, авиацион турбомашиналар теорияһы һәм иҫәптәре.
Һөҙөмтәлә ӨДАТУ-ның йыйылма командаһы дөйөм команда иҫәбендә икенсе урынға сыҡты, ә икенсе номинацияларҙа призлы урындар яуланы.
Шәхси беренселектә көрәшеп, Марат Дауытов, Андрей Каменский, Юлия Хохлова һәм Вячеслав Шабельник төрлө дәрәжәләге дипломдар менән бүләкләнде. Уларҙы ярыштарға әҙерләүсе етәкселәре: “Авиацион двигательдәр” кафедраһы профессоры Хәйҙәр Ғүмәров, “Техмаш” кафедраһы доценты Александр Винокуров, “Авиацион двигательдәр” кафедраһы асситенты Руслан Ямалиев һәм ошо уҡ кафедраның инженеры Николай Сенюшкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика