14:30 (UTC+5), 02 Декабря 2009

Ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм янғын хәүефһеҙлеге буйынса Хөкүмәт комиссияһы ултырышы үтте

Елена Макушина
Кеше күмәк йыйылған объекттарҙа янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү һәм Башҡортостан биләмәһендәге гидротехник ҡоролмаларҙың именлеге мәсьәләләре 2 декабрҙә үткән ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм янғын хәүефһеҙлеге буйынса Хөкүмәт комиссияһы ултырышы көн тәртибенә сығарылды.
Ултырышты БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Рафаил Диваев алып барҙы. Билдәле булыуынса, Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев ҡушыуы буйынса ил буйлап социаль тәғәйенләнештәге объекттарҙың янғынға ҡаршы торошон күләмле тикшереү тулҡыны үтте. Башҡортостан Республикаһы ла ситтә ҡалманы. Вице-премьер билдәләүенсә, тикшереүҙәр граждандарҙың хәүефһеҙ йәшәү талаптарын боҙоуҙарҙы асыҡланы.
- Көрсөккә ҡарамаҫтан, республика Хөкүмәте капиталь һәм ағымдағы ремонтҡа, янғынға ҡаршы ҡорамалдар һатып алыуға средстволар бүлде, - тине Диваев. – Әлеге ваҡытта етешһеҙлектәрҙең 97 проценты бөтөрөлгән, әммә ҡайһы бер урындарҙа етәкселәр был мәсьәләне хәл итеүгә етерлек иғтибар бирмәй.
Ә бына мәктәптәрҙә янғынға ҡаршы хәүефһеҙлекте тәьмин итеү менән хәл бөтөнләй башҡа. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса дәүләт идаралығы начальнигы урынбаҫары Марат Латипов әйтеүенсә, асыҡланған етешһеҙлектәрҙең яртыһы ғына бөтөрөлгән. Мәғариф министрлығы вәкилдәренең һүҙҙәренә ҡарағанда, проблема етерлек финансламауға ҡайтып ҡала.
Рафаил Диваев, был мәсьәләне хакимиәт башлыҡтары менән үҙ-ара килешеп хәл итергә кәрәк, тип билдәләне.
- Автоматик янғын сигнализацияһы ҡуйыуға сығымдар үҙ-үҙен аҡлай, - тине ул. – Практиканан күренеүенсә, хатта бер аҙ ғына янғын да иң ҡиммәтле сигнализациянан ҡиммәтерәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика