16:24 (UTC+5), 02 Декабря 2009

Өфөгә Башҡорт дәүләт университетының 100 йыллығына арналған халыҡ-ара конференцияла ҡатнашыусылар йыйыла башланы

Эльмира Сабирова
Өфөгә Башҡорт дәүләт университетының 100 йыллығына арналған халыҡ-ара конференцияла ҡатнашыусылар йыйыла башланы. Байрам тантаналары Конгресс-холда һәм вуздың үҙендә үтәсәк. Хөрмәтле ҡунаҡтар араһында – РФ Мәғариф һәм фән министрлығы, Мәғариф буйынса федераль агентлыҡ вәкилдәре, Рәсәйҙең юғары уҡыу йорттары һәм сит ил университеттары ректорҙары һәм проректорҙары.
– Беҙ Һарытау, Пермь, Екатеринбург, Силәбе, Магнитогорск ҡалаларынан, Латвиянан, Ҡаҙағстандан, Үзбәкстандан коллегаларыбыҙҙы көтәбеҙ. – тине БДУ ректоры Мөхәмәт Харрасов. – Ляонин (Ҡытай) провинцияһының ике университетынан ҙур делегациялар килергә тейеш. Великотырнов университеты (Болгария) һәм Галле университетынан күптәнге партнерҙарыбыҙ килә. Барлығы 500 ҡунаҡ көтәбеҙ.
Улар “Төбәктәрҙең инновацион мөхитен формалаштырыуҙа классик университеттарҙың роле” халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияла ҡатнашасаҡтар. Бынан тыш, М.Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты ректоры, академик Виктор Садовничий етәкселегендәге Рәсәйҙең ректорҙар союзы Өфөлә классик университеттарҙың уҡыу-методика берекмәһенең президиумы ултырышын үткәрергә ҡарар итте.
Башҡорт дәүләт университетының 100 йыллығына арналған саралар 4 декабрь Конгресс-холда тамамланасаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика