10:21 (UTC+5), 30 Ноября 2009

Өфөлә көнсығыш көрәше фестивале булып уҙҙы

Республикабыҙ баш ҡалаһында XV асыҡ республика көнсығыш көрәше фестивале булып уҙҙы. Уның ойоштороусылары – Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы һәм Ушу федерацияһы.
Фестивалдә республиканың көнсығыш көрәше федерациялары һәм клубтарынан 110-дан ашыу спортсы һәм Татарстандан ҡунаҡтар командаһы ҡатнашты. Ушу, тай боксының төрлө йүнәлештәре һәм стилдәре оҫталары күп һанлы тамашасыларға ҡорал менән һәм ҡоралһыҙ күнекмәләр комплексын юғары оҫталыҡ менән башҡарыу техникаһын, сәхнәләштерелгән матур көрәш күренештәрен күрһәтте.
Өфөнәң “Капоэйра” спорт төркөмө вәкилдәренең сығышы ла тамашасылар күңеленә хуш килде. Көрәштең был төрө латин Америкаһы илдәрендә барлыҡҡа килә, Бразилияла ул ныҡ үҫешкән, ә хәҙер Башҡортостанда ла уның менән ҡыҙыҡһыныусылар һаны арта килә.
БР-ҙың Ушу федерацияһы президенты Ирек Зарипов хәбәр итеүенсә, фестиваль күренекле спорт оҫтаһы һәм билдәле актер Брюс Лиҙың тыуған көнөнә арналған. Спорт байрамында ҡатнашыусыларҙың барыһы ла исемләнгән дипломдар менән бүләкләнде. Фестивалдә Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара ярыштарҙа ҡатнашыу өсөн иң көслө спортсыларҙы асыҡлау маҡсатына ла ирешелде.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика