07:07 (UTC+5), 25 Ноября 2009

«Цицерон» ораторлыҡ оҫталығы конкурсы иғлан ителде

Әлфиә Әһлиуллина
Башҡортостанда «Цицерон» ораторлыҡ оҫталығы конкурсы иғлан ителде. Уны ойоштороусылар —Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы, «Башҡортостан» телерадио компанияһы дәүләт унитар предприятиеһы.
Конкурстың төп маҡсаттары булып республика йәштәрен халыҡ алдында телмәр тотоуҙың рациональ һәм һөҙөмтәле технологияларына, башҡаларҙы инандырыу оҫталығына эйә булырға, бәхәстәрҙә һәм дискуссияларҙа үҙ ҡарашыңды профессиональ яҡларға өйрәтеү, һөйләүҙең дөйөм мәҙәни кимәлен күтәреү тора.
Конкурстың рәсми мәғлүмәт сығанағы – www.tukaeva.ru сайтының “Ораторлыҡ оҫталығы конкурсы” бүлегендә хәбәр ителеүенсә, ораторҙар ярышында 35 йәшкә тиклемге кешеләр ҡатнаша ала. Конкурстан тыш ҡатнашыуға шулай уҡ мәктәп уҡыусылары, студенттар һәм аспиранттар саҡырыла.
Ҡатнашыусыларға сығыш яһау өсөн төп йүнәлештәр сифатында түбәндәге темалар тәҡдим ителә: «Нимә менән йәшәйһегеҙ, йәштәр?», «Төбәк сәйәсәте», «Башҡортостан тарихы», «Мәғлүмәт именлеге».
Ойоштороу комитеты ҡарарына ярашлы, конкурстың беренсе һайлап алыу этабы – муниципаль райондар һәм ҡала округтары, зона һайлап алыу турҙары һәм финал ойоштороусылар тарафынан үткәрелә. Йомғаҡлау этабы — конкурс финалы, Өфөлә декабрҙең 20-ләрендә ике турҙа үтәсәк. Беренсе турҙа ҡатнашыусылар тематикаға ярашлы телмәр менән сығыш яһай. Беренсе турҙа еңеүсе биш кеше икенсе турға сыға, унда инде «Pro et contra» конкурс һынауында импровизациялау оҫталығын күрһәтәсәктәр. Бының өсөн улар интерпретация, кире ҡағыу йәки афоризмды иҫбатлау менән сығыш яһаясаҡтар.
Конкурста ҡатнашыуға заявкалар 2009 йылдың 30 ноябренә тиклем prav-rb@yandex.ru электрон адресы буйынса, йәки www.tukaeva.ru адресы буйынса «Ораторлыҡ оҫталығы конкурсы» бүлегендә электрон форманы тултырыу юлы менән ҡабул ителә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика