11:00 (UTC+5), 25 Ноября 2009

Әсәләргә - республика наградалары

Елена Макушина
Әсәләр көнө алдынан Өфөлә биш һәм унан да күберәк бала тапҡан һәм тәрбиәләгән ҡатындарға Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов “Әсәлек даны” миҙалдарын тапшырҙы.
Республика башлығы Советтар Союзы тарҡалғандан һуң онотолған күп балалы әсәләрҙе тәбрикләү традицияһын Башҡортостан беренсе булып тергеҙеүен билдәләп үтте.
1998 йылдан башлап 4600-ҙән ашыу күп балалы әсә юғары наградаға лайыҡ булды.
Әйткәндәй, тик Башҡортостанда ун һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләргә “Газель” автомобилдәре бүләк итәләр. Бөгөн бындай ғаиләләрҙең барыһы ла транспорт менән тәьмин ителгән һәм шуға республика етәкселеге туғыҙ балалы ғаиләләргә лә микроавтобус асҡыстарын тапшырырға ҡарар итте. Сираттағы 16 автомобиль иртәгә үҙ хужаларына тапшырыласаҡ.
Хәйер , Башҡортостанда ғаиләне, әсәлекте һәм бала саҡты яҡлауға ҙур иғтибар бирелә. Мәҫәлән, федераль бюджет средстволары иҫәбенә күрһәтелгән ярҙамдан тыш, республикала Рәсәйҙең башҡа субъекттарында ҡаралмаған льготалар һәм пособиелар бирелә. Социаль инфраструктура төҙөлөшө тураһында һүҙ ҙә юҡ - йыл һайын республикала 40-ҡа яҡын яңы мәктәптәр файҙаланыуға тапшырыла, балалар баҡсалары, дауаханалар һәм санаторийҙар төҙөлә һәм тергеҙелә. Бындай маҡсатлы саралар комплексын бойомға ашырыуҙың һөҙөмтәһе оҙаҡ көттөрмәне - төбәктә тыуым кимәле артты һәм республика демографик көрсөктән сыға башланы.
Хәйер, әсәләрҙең барыһы ла бер фекуерҙә - балалар көтөп алған ғаиләләрҙә генә доньяға килә. Биш бала әсәһе Мтвариса Кубанеишвили әйтеүенсә, ҡатын-ҡыҙҙың бәхете балаларҙа.
Бөгөн 60 бәхетле әсә тағы ла юғары наградаларға лайыҡ булды. Әсәләр үҙҙәрен герой тип иҫәпләмәй, улар өсөн әсәлек – бәхеттең үҙе.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика