17:25 (UTC+5), 25 Ноября 2009

Нефтекамала республиканың иң яҡшы романс оҫталары сығыш яһай

Әлфиә Әһлиуллина
Нефтекама ҡалаһында “Романсиада -2009” республика романс башҡарыусылар конкурсы бара. Быйыл унда республиканың төрлө төбәктәренән 103 вокалсы ҡатнаша. Улар араһында профессиональ йырсыларҙан тыш, ун ике йәштән башлап үҙешмәкәр башҡарыусылар ҙа бар. Ижади бәйге өс номинация буйынса үткәрелә: “профессиональ башҡарыу”, “ үҙешмәкәр башҡарыу”, “рус романсы өмөтө”.
Жюри рәйесе – БР халыҡ артисы Вәхит Хызыров, эксперт комиссияһы составына Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы, Өфө сәнғәт училищеһы, Октябрьский музыка училищеһы уҡытыусылары инде.
“Романсиада” программаһында ике конкурс туры һәм гала-концерт. Конкурсты асыу һәм уның ике туры Нефтекама ҡалаһының Балалар музыка мәктәбендә була. Конкурсты тантаналы ябыу һәм гала-концерт бөгөн кисен, 19 сәғәттә, “Нефтселәр” мәҙәниәт һәм ижад һарайында үтәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика