05:25 (UTC+5), 25 Ноября 2009

Өфөлә “Аҡ шәшке” эстрада йырҙары конкурсы тамамланды

Әлфиә Әһлиуллина
Өфөлә Ҡала мәҙәниәт һарайында “Аҡ шәшке” эстрада йырҙары V ҡала асыҡ конкурсының гала–концерты үтте. Унда ошо мәртәбәле ижади бәйгенең лауреаттары иғлан ителде.
Төрлө йәш категорияларында “Соло” номинацияһында беренсе урынға биш башҡарыусы лайыҡ булды, улар – Елизавета Әхтәмова, Валерий Дәүләтов, Алексей Аверин (Өфө), Арина Трофимова һәм Денис Вәлитов (Ишембай).
“Ансамблдәр” номинацияһында Өфө ҡалаһынан “Йондоҙҙар тыуғанда” триоһы, Мәләүездән Элиза һәм Эллина Ғәббәсова дуэты, Бәләбәйҙән “Ретро” вокал һәм Өфөнән “Вариация” ансамблдәре еңеүсе исемен яуланы.
Был конкурс республиканың баш ҡалаһында 21 нобярҙә башланған ине. Быйыл унда Өфө, Мәләүез, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Бәләбәй, Бөрө, Силәбе, Сим ҡалаларынан һәм Иглин, Шишмә, Балтас, Миәкә, Благовар һәм Туймазы райондарынан 300-гә яҡын талантлы башҡарыусылар ҡатнашты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика