12:58 (UTC+5), 25 Ноября 2009

Башҡортостанда вируслы инфекциялар менән сирләүселәр кәмей

Елена Макушина
Уҙған аҙнала республикала вируслы инфекциялар менән сирләү 36 процентҡа кәмене. Рәсәй ҡулланыусылар күҙәтеүенең БР буйынса идаралығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 16 ноябрҙән 22-һенә тиклем киҫкен респиратор-вируслы инфекциялар менән 63405 кеше ауырыны, шуларҙың 41862-һен (66%) 17 йәшкә тиклемге балалар тәшкил итте.
Өфөлә сирләү 44 процентҡа кәмене. Был, беренсе сиратта, сикләү характерындағы саралар күреү һәм эпидемияға ҡаршы саралар ойоштороу менән бәйләнгән. Уҙған аҙнала баш ҡалала ни бары 11493 кеше ауырыны, улар араһында 6412 бала. Эпидемия сиге әлегә 2 тапҡырға юғары.
24 ноябргә ҡарата Башҡортостан Республикаһында юғары патогенлы A/H1N1/ вирусы тыуҙырған грипп менән 43 сирләү осрағы теркәлде, ул лаборатор тикшереү нигеҙендә раҫланды.
Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 6 кеше вафат булды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика