17:06 (UTC+5), 25 Ноября 2009

“Башҡортостан Республикаһының 2009 йылда иң яҡшы китапханаһы” конкурсында 23 еңеүсе билдәләнде

БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт, Мәғариф министрлыҡтары Әхмәт — Зәки Вәлиди исемендәге милли китапхана менән берлектә ойошторған “ Башҡортостан Республикаһының 2009 йылда иң яҡшы китапхана” конкурсы тамамланды.
Конкурс рухи, тарихи һәм мәҙәни ҡиммәттәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү буйынса республика китапханаларының ижади башланғыстарын үҫтереүгә, яңы мәғлүмәти хеҙмәтләндереүҙәр индереүгә һәм халыҡҡа мәғлүмәти – китапхана хеҙмәтләндереүҙәр күрһәтеү сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Шуның өсөн проблеманың көнүҙәк булыуы, төбәктең социаль һәм мәҙәни үҫешендә проекттың әһәмиәте, билдәләнгән йүнәлеш буйынса китапхананың маҡсатлы программаһы булыуы һәм, дөйөм алғанда, китапхананың Үҙәк булараҡ эшмәкәрлеге еңеүселәрҙе билдәләүсе төп критерийҙары.
Башҡортостандың 23 дөйөм һәм мәктәп китапханаһы был конкурста еңеүсе тип табылды. Конкурсты йомғаҡлау һәм еңеүселәрҙе тантаналы бүләкләү 25 ноябрҙә БР Милли музейында үтте. Китапхана директорҙарын һәм вәкилдәрен конкурста еңеү менән БР ХөкүмәтеПремьер-министры урынбаҫары, Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев ҡотланы:
- Конкурсты йомғаҡлап, беҙ халыҡты китапхана хеҙмәтләндереүҙәре менән тәьмин итеү системаһының үҫеше, китапханаларҙың матди-техник базаһын модернизациялау буйынса эш һөҙөмтәләрен дә баһалайбыҙ. Бөгөн еңеү яулаған 23 китапхана ошондай эшәкәрлек буйынса эталон, өлгө булып тора.
Иң яҡшы китапхана исеме өсөн республиканың төрлө төбәктәре китапханалары ярышты. Беренсе тапҡыр был конкурста мәктәп китапханалары көс һынап ҡараны. Ижади бәйге 17 номинация буйынса үткәрелде. Мәҫәлән, “Китапхана – милли китап һәм туған телде популярләштереү”, “Китапхана- бәләкәй эшҡыуарлыҡтың мәғлүмәт үҙәге”, “Китапхана – йәштәр үҙәге”, “ Мәктәп китапханаһы – мәғлүмәт – библиография үҙәге” һәм башҡа мөһим йүнәлештәр.
“Китапхана – мемориаль һәм тыуған яҡты өйрәнеү” номинацияһында Әйет ауыл китапханаһы, Учалы һәм Мәләүез үҙәк район китапханалары, Дәүләкән ҡалаһының 7- се китапханаһы еңеүсе тип табылды, ә Ауырғазы үҙәк китапханаһы диплом енән бүләкләнде. ”, “ Мәктәп китапханаһы – мәғлүмәт – библиография үҙәге” номинацияһында Өфө ҡалаһының 126-сы мәктәбе китапханаһы, “ Китапхана – балаларҙың уҡыу һәм ижад үҙәге” номинацияһында Балтас районының Ҡомяҙы ауылы мәктәбе китапханаһы, “Китапхана – милли китап һәм туған телде популярләштереү” номинацияһында Өфө ҡалаһының 2-се башҡорт лицейы китапханаһы еңеүсе исемдәрен яуланы.
Еңеүселәр һәм дипломанттар ҡиммәтле приздар һәм бүләктәр менән наградланды.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика