11:40 (UTC+5), 23 Ноября 2009

Өфөлә һәүәҫкәр фотографтар Аҙнабаевтарҙың “Беҙҙең эргәлә” күргәҙмәһе асылды

Лия Нәғимова
“Урал “ халыҡ сәнғәте галереяһында һәүәҫкәр фотографтар Аҙнабаевтар ғаиләһенең “Беҙҙең эргәлә” тип аталған күргәҙмәһе асылды. Өс өлөштән торған экспозицияла “Ҡала һәм беҙ”, “Республика буйлап” һәм “Эре план менән” темалары буйынса берләштерелгән төрлө фотоһүрәттәр күрһәтелгән.
Алик Хәким улы, уның ҡатыны Елена һәм ҡыҙҙары Римма өсөн фотографиялар –ғаиләнең уртаҡ мауығыуы ул. Алик һәм Елена Аҙнабаевтар белемдәре буйынса профессиональ рәссамдар. 1990 йылдаулар икәүһе лә Башҡорт Дәүләт педагогия институтының ( бөгөн Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты) нәфис- графика факультетын тамамлайҙар.
- Студент йылдарынан башлап фотография менән мауығабыҙ, әммә үҙебеҙҙе был эштең оҫтлары тип иҫәпләмәйбеҙ, - тип һөйләй Алик Хәким улы. – беҙ икәүебеҙҙә - уҡытыусылар, ләкин ижад өсөн ваҡыт табыла.
Аҙнааевтар ғаиләһе Башҡортостан буйлап йыш сәйәхәт ҡылалар. Юлда осратҡан ҡыҙыҡлы һәм ғәҙәти булмағандың барыһын да төшөрәләр. Шулай итеп, күргәҙмәгә өлөшләтә сығарылған республика тәбиғәтенең сағыу пейзаждары тыуған. Өфөлә төшөрөлгән фотографиялар ҙа иғтибарҙы йәлеп итеп тора:”Ҡала ҡыйыҡтары”, “ Черниковка станцияһында иртә”, “Иҫке ҡала шәүләләре”, “Ҡапҡа” һәм башҡалар. Фотоларҙың һәр береһендә өфөлөләрҙең һәр береһенә яҡшы таныш урындар яңыса ҡараш менән бирелгән, күҙ өйрәнгән, шуға ла иғтибар бирмәгәнгә күрә, ҡала урамдары, йорттары үҙенә генә хас илаһи матурлыҡта бирелгән.
- Матурлыҡ беҙҙең эргәлә генә, тормош мәшәҡәттәренә бирелеп, беҙ уларҙы күрмәйбеҙ генә,- ти Алик Хәким улы.- Тауҙар ғорурлығын, баҫыуҙар киңлеген, иләҫ елде тоймау мөмкин түгел, сөнки быларҙың барыһы ла беҙҙең тыуған Башҡортостаныбыҙ. Күргәҙмәгә килеүселәр беҙҙең менән был хозурлыҡты уртаҡлашыр тип уйлайбыҙ.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика