10:04 (UTC+5), 23 Ноября 2009

Булгаков ауылында сыуаш халыҡ ижады фестивале булып уҙҙы

Өфө районының Булгаков ауылында “Йырла, бейе, күңел!” сыуаш халыҡ ижады фестивале иң яҡшы сығыштарҙан төҙөлгән гала-концерт менән тамамланды. Фестивалдә республика ҡалалары һәм райондарынан 46 ижади коллектив ҡатнашты.
- Ҡатнашыусыларҙы беҙ жанрҙар буйынса сикләмәнек, - тине Башҡортостан сыуаштары Кәнәше башҡарма комитеты рәйесе Валерий Сидоров . - Шуға ла фестивалдә хореография, фольклор коллективтары, яңғыҙ йырсылар ҙа сығыш яһаясаҡ, ғөмүмән, халыҡ ижадының төрлө төрҙәре күрһәтеләсәк. Фестивалгә республиканың төрлө төбәктәренән үҙенсәлекле ижади коллективтар йыйылды. Улар Ишембай, Бишбүләк, Дәүләкән, Йәрмәкәй, Ҡырмыҫҡалы,Стәрлетамаҡ, Саҡмағош һәм башҡа райондарҙан, Октябрьский, Стәрлетамаҡ, Ишембай, Салауат, Өфө ҡалаларынан.
- Бөгөн беҙҙең республиканың йәмғиәт тормошонда үтә мөһим ваҡиға, - тине БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығының милли сәйәсәт бүлеге начальнигы Шәфҡәт Тутаев.- Сыуыш халҡының үҙенсәлекле мәҙәниәте Урал һәм Волга буйы халыҡтарының тарихы менән тығыҙ бәйләнгән. Ә беҙҙең һәр беребеҙ яҡын күршеләребеҙҙең нисек йәшәүҙәре тураһында белергә тейеш.
Сыуаштар Башҡортостан Республикаһы территорияһында йәшәүсе халыҡтарҙың күпселеген тәшкил иткән халыҡтарҙың береһе. Уның традицияларын үҫтереү өсөн республикала байтаҡ эштәр атҡарыла. Башҡортостан сыуаштары сьезы башҡарма комитеты, төрлө клубтар эшләп килә, сыуаш мәҙәниәте музейы һәм мемориаль комплексы бар, халыҡ ижады конкурстары һәм фестивалдәре үткәрелә, туған телдәрендә гәзит сығарыла.
- Минең ҡарашҡа, фестиваль уңышлы үтте ,- тине Өфө районы башлығы Владимир Незнанов. - Күптәр үҙ сығыштарында юғары оҫталыҡ күрһәтте. Был сыуаштарҙың үҙ традицияларына һаҡсыл ҡарауҙары тураһында һөйләй. Ә инде фестивалдә ҡатнашыусылар араһында йәштәрҙең һәм балаларҙың күп булыуы икеләтә ҡыуаныс. Тимәк, улар ата-бабаларының йолаларына, тарихына һаҡсыл ҡарашта. Үҙенең мәҙәниәтен онотмаған халыҡ ер йөҙөнән бер ҡасан да юғалмаясаҡ.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика