Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.41
-1.14
93.17
-1.2
81.31
-1.06
12+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Ноябрь 2009, 09:23

Туймазы районында тағы ла 19 ғаилә өй туйланы

Туймазы районының Әгертамаҡ ауылында торлаҡ йорттар файҙаланыуға тапшырылды. 19 бәхетле ғаилә яңы коттедждар асҡысын алды.
Тантанала Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов ҡатнашты. Төбәк башлығы, йәш ғаиләләрҙең Рәсәйҙәге Йәштәр йылында һәм республикабыҙҙағы Йәштәрҙең инициативаһын яҡлау һәм үҫтереү йылында торлаҡлы булыуы ҙур әһәмиәткә эйә, тип билдәләне.
Әйткәндәй, яңы урам Йәштәр исемен алды. Туймазы районы хакимиәте башлығы Рәшит Хәйруллин әйтеүенсә, йыл аҙағына ауылда яңы 80 йорт буласаҡ. Бындай тантаналар рәттән өсөнсө йыл уҙғарыла.
- Быйыл беҙҙең районда 1620 бала донъяға килде, - тине Рәшит Хөснулла улы. - Был былтырғыға ҡарағанда 140 сабыйға күберәк. Демографик хәлде яҡшыртыуға Әгертамаҡ халҡы ла үҙ өлөшөн индерҙе. Бөгөн бында мәктәпкәсә һәм мәктәп йәшендә 80 бала бар, ә оҙаҡламай тағы ла бишәү донъяға ауаз һаласаҡ.
- Йорттар һалыу - бер эш, - тине Президент. - Тиҙҙән бында балалар баҡсаһы, мәктәп һәм фельдшер-акушерлыҡ пункты ла төҙөргә кәрәк буласаҡ. Әгертамаҡ ауылы халҡы, айырыуса кескәйҙәр өсөн бөтә шарттар булдырылырға тейеш.
Автор:Елена Макушина
Читайте нас: