10:24 (UTC+5), 20 Ноября 2009

«Ғәскәровсылар» Мәскәүҙә сығыш яһай

Әлфиә Әһлиуллина
Башҡортостан Республикаһының Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле бөгөн, 20 декабрҙә, Мәскәүҙә концерт бирә. Ансаблдең сығышы коллективтың 70 йыллығына тура килтерелде һәм Рәсәй ҡалалары буйлап гастроль турнеһы сиктәрендә үтә.
Хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостан бейеүселәре баш ҡаланың иң яҡшы сәхнәләренең береһендә, Мәскәү дәүләт филармонияһының Петр Чайковский исемендәге Концерт залында, сығыш яһаясаҡ. Байрам программаһына күп милләтле Башҡортостан һәм бөтә донъя мәҙәниәтен сағылдырыусы иң яҡшы номерҙар индерелде. Тамашасыларға Фәйзи Ғәскәров ҡуйған “Биҙрә менән боронғо бейеү”, “Тороҡтороусылар”, “Яҙғы ташҡын”, Хәшим Мостаевтың “Француз яулығы” кеүек популяр хореографик композициялар, шулай уҡ молдаван, татар, грек бейеүҙәре күрһәтеләсәк.
Әммә был көндө беҙҙең артистар ғына сығыш яһамаясаҡ. Коллегаларын юбилей менән ҡотларға концертҡа Игорь Моисеев исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, «Березка» Дәүләт хореографик ансамбле, шулай уҡ М.Е. Пятницкий исемендәге Дәүләт академия рус халыҡ хоры, А.В. Александров исемендәге Рәсәй Армияһы Академия йыр һәм бейеү ансамбле һәм башҡалар киләсәк.
Тығыҙ гастролдәр графигы «ғәскәровсы»ларға Рәсәй баш ҡалаһында оҙаҡ тотҡарланырға форсат бирмәйәсәк, 22 ноябрҙә үк ансамбль сығыштарын Ҡазанда көтәләр.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика