05:47 (UTC+5), 20 Ноября 2009

“Планета йәшлеге” халыҡ-ара фестивалендә Башҡорт хореография училищеһы тәрбиәләнеүселәре еңеү яуланы

Әлфиә Әһлиуллина
Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография училищеһының “ Башҡорт ҡыҙҙары” бейеү коллективы “Планета йәшлеге” халыҡ-ара балалар коллективтары фестивалендә еңеү яуланы. Ижади форум Францияның Гавр һәм Париж ҡалаларында булып уҙҙы.
“Башинформ” агентлығына фестивалдә ҡатнашыусы бер ҡыҙҙың әсәһе Ирина Мирғәлиева һөйләүенсә, “классик”, “халыҡ бейеүе” номинацияларында беренсе урындарҙы яулаусы коллектив фестивалдең фавориттары булған.
Беҙҙең делегация составына училищеның өсөнсө курс студенттары Дарина Мирғәлиева, Камила Арджаникова, икенсе курстан Диана Мәджитова, уларҙың уҡытыусылары Светлана Ризуанова, Людмила Колесникова инде.
Халыҡ-ара форум баһалауына улар ике номер әҙерләгән : “Бөрйән ҡыҙҙары” халыҡ бейеүе һәм “Шәүләләр” заманса хореография композицияһы.
Төп приз сифатында был коллектив 2010 йылдың майында Францияла Рәсәй йылын асыу хоҡуғына эйә булды. Бынан тыш Башҡорт хореография училищеһы тәрбиәләнеүселәре киләһе йылдың авгусында Италияла үтәсәк халыҡ-ара фестивалгә саҡырыу алды. Фестиваль еңеүселәре шулай уҡ Австрия һәм Чехияла экскурсияла булдылар.
1 из 6
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика