10:22 (UTC+5), 20 Ноября 2009

Мишкә районында яңы мәсет асылды

Евгений Рәхимҡолов
Мишкә районының Уръяҙы ауылында яңы мәсет асылды. Иман йорто ошо районда тыуып үҫкән ағалы-ҡустылы Гәрәевтар ярҙамында төҙөлдө. Хәлимә өләсәләренең иҫтәлеген мәңгеләштереү өсөн улар торлаҡ йортҡа реконструкция үткәреп, мәсет һала һәм ҡәҙерле кешеләренең исемен бирә.
“Башинформ” агентлығына Мишкә районы хакимиәтенең мәғлүмәт –аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, һуңғы йылдарҙа мәсеттәрҙе йышыраҡ урындағы халыҡ күтәрә.
Әлеге мәсетте асҡан Гәрәевтар бөгөн Уръяҙы ауылында йәшәмәй. Рафаэль Гәрәев бөгөнгө көндә БР Ауыл хужалығы министрлығының “Мәғлүмәт-иҫәпләү үҙәге” асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә генераль директор булып эшләй, ә Рәшит Гәрәев БР Техник инвентаризациялау бюроһының Бөрө район-ара филиалын етәкләй.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика