04:38 (UTC+5), 19 Ноября 2009

Параолимпия уйындарында ҡатнашыусы башҡорт спортсыларын Рәсәй Президенты бүләкләне

Дмитрий Слезин
Мәскәүҙә, Бөйөк Ватан һуғышы Үҙәк музейының Дан залында, Пекинда үткән 2008 йылғы параолимпия Йәйге уйындары еңеүселәре һәм призерҙарына Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһы үтте. Башҡорт спортсылары ла миҙал һәм ордендарға лайыҡ булды.
Дуҫлыҡ Ордены менән Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры Олег Крецул, Почет Ордены менән Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры Оксана Савченко, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастерҙары Ильдар Помыкалов, Елена Паутова һәм Андрей Строкин икенсе дәрәжә “Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” орден миҙалдары менән наградланды.
Орден һәм миҙалдарҙы ташырыусы РФ Спорт, туризм һәм йәштәр сәйәсәте министры Виталий Мутко былай тине:
– Параолимпия уйындарында уңышлы сығыш яһау менән ҡотлайым. Дөйөм команда иҫәбендә унлыҡҡа инеү, 18 донья рекорды ҡуйыу артыҡ һүҙҙәр талап итмәй. Бөгөн беҙ һәр бер кешегә тиң шарттар булдырыу, параолимпия спортына мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең һәр береһе килә алһын өсөн тырышабыҙ. Мәҫәлән, Тула өлкәһенең Алексин ҡалаһында параолимпия спортының махсуслаштырылған базаһын төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Был комплекста 200 урынға иҫәпләнгән ҡунаҡхана, боҙ комплексы, 50 метрлыҡ йөҙөү бассейны, күп функциялы спорты залынан торасаҡ. Комплекс киләһе йылда уҡ файҙаланыуға тапшырылырға тейеш. Тәүге сираты, шул иҫәптән, боҙ комплексы, эшләй. Бынан тыш, параолмпия уйындары спортсыларын әҙерләү өсөн башҡа федераль базалар ҙа – “Түңәрәк күл”, Новгорск, Сочи – асыҡ буласаҡ. Мәскәү өлкәһендә лә спортсылар өсөн база төҙөү ҡаралған. Дөйөм алғанда, спортсыларҙың Параолимпиаданың Йәйге һәм Ҡышҡы уйындары программалары буйынса шөғөлләнеүе өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да эшләйәсәкбеҙ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика