05:12 (UTC+5), 19 Ноябрь 2009

Өфөлә “Балалар модаһы подиумы” төбәк фестивале асылды

Ғәлиә Нәбиева
“Өфө уттары” күңел асыу комплексында 18 ноябрҙә “Балалар модаһы подиумы” төбәк фестивале сиктәрендә йәш рәссам-модельерҙарҙың коллекцияларын күрһәтеү ойошторолдо.
Быйыл традицион фестивалгә Өфөнән, Стәрлетамаҡтан, Мәләүездән, Дүртөйлөнән, Күмертауҙан, Сибайҙан йәш мода күрһәтеүселәр йыйылды. Конкурс күрһәтеүенсә, ҡалаларҙа ғына түгел, ауылдарҙа ла йәштәр матур итеп кейенергә, үҙҙәренә эксклюзив кейемдәр тегергә ярата. Мәҫәлән, ҡатнашыусылар исемлегендә Ҡалтасы районының Красный Холм ауылынан йәш кутюрьелар бар.
Быйыл тәүге тапҡыр фестиваль республиканан ситкә сыҡты. Күрһәтеүҙе Ульяновскиҙан ҡунаҡтар асты. Улар “Ҙур тәнәфес” номинацияһында шаян коллекция күрһәтте. Йәш модельерҙар үҙ ижади һәләттәрен бөтәһе өс номинацияла – “Ҙур тәнәфес”, «Каламбур», «Палитра» – күрһәтә алды.
Фестиваль сиктәрендә шулай уҡ йәш моделдәрҙең «Фотомодель-2009», «Премьера-2009» мисы», «Йыл джентльмены» конкурстары үтәсәк.
— Беҙ, быйылғы фестиваль мода донъяһында яңы йондоҙсоҡтар ҡабындырыр, тип ышанабыҙ, — тине «Премьера» моделдәр мәктәбе директоры Ирина Ковалева. – Ә приз сифатында еңеүсегә рекламала төшөүгә контракт тапшырыласаҡ.
Фестиваль ике көн дауам итәсәк һәм бөгөн, 19 ноябрҙә, призерҙарҙың исемдәре иғлан ителәсәк.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика