04:57 (UTC+5), 18 Ноября 2009

Илеш районында йәштәр эшҡыуарлығы мәктәбе асылды

Эльмира Сабирова
Илеш районында республикала унынсы йәштәр эшҡыуарлығы мәктәбе асылды. Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, йыл ағымында бөтә төбәк буйынса ошондай ун белем биреү үҙәге асыу планға индерелгәйне. Өфө,Күмертау,Ишембай,Октябрьский,Нефтекама, Сибай,Туймазы ҡалаларында эшләгән үҙәктәрҙә бөгөн юғары курс студенттары һәм йәш бизнесмендар белемдәрен камиллаштыра.
Йәштәр эшҡыуарлығы мәктәптәрен асыу БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы инициативаһы булып тора.
Илеш районының йәш эшҡыуарҙарына Өфө менеджмент институты уҡытыусылары бизнесты планлаштырыу нигеҙҙәрен, бизнесты ойоштороу һәм документацияны алып барыу тәртибен өйрәтәсәк.
Мәктәп баҙар иҡтисады шарттарында йәштәрҙең эшлекле әүҙемлегенә һәм эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегендә һөнәри йүнәлешкә булышлыҡ итер, тип күҙаллана.
Яңы асылған мәктәптә Илеш районының халыҡтың мәшғүллек үҙәгендә иҫәптә тороусы 35 йәш кеше белем аласаҡ. Йыл аҙағына тиклем республиканың Бөрө һәм Салауат ҡалаларында ла бизнес- үҙәктәр асылырға тейеш.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика