10:25 (UTC+5), 18 Ноября 2009

Александр Овчинников – Башҡортостан буйынса йәмәғәт именлеге милицияһы етәксеһе

Лия Нәғимова
Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министры урынбаҫары –
йәмәғәт именлеге милицияһы етәксеһе вазифаһына РФ Президентының ағымдағы йылдың 10 ноябрендәге ҡарары менән милиция полковнигы Александр Овчинников тәғәйенләнде. Был хаҡта “Башинформ” мәғлүмәт агентлығына БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.
Александр Дмитриевич Овчинников 1959 йылдың 27 ғинуарында Мишкә районының Рус-Байбәк ауылында тыуған. 1987 йылда – Башҡорт дәүләт университетын, 1999 йылда – Рәсәй Эске эштәр министрлығының Идара итеү академияһын тамамлаған.
Эске эштәр органдарында 1980 йылда Өфө ҡалаһы Киров районы башҡарма комитеты Эске эштәр бүлегенең тәьмин итеү хеҙмәтендә милиционер-водитель булып хеҙмәт итә башлай. 1996 йылдың майында Өфөнөң Дим районы буйынса Эске эштәр бүлеге етәксеһе итеп үрләтелә. 2002 йылда идаралыҡ начальнигы урынбаҫары - Өфө буйынса Эске эштәр идаралығы йәмәғәт именлеге милицияһы начальнигы итеп тәғәйенләнә. 2008 йылдан, әлеге вазифаға тәғәйенләнгәнсе, Эске эштәр министрлығының БР буйынса йәмәғәт тәртибен тәьмин итеү идаралығы начальнигы вазифаһын биләй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика