11:19 (UTC+5), 18 Ноября 2009

“Аҡ шәшке” юбилей конкурсы Өфөлә 21-23 ноябрҙә үтәсәк

Әлфиә Әһлиуллина
“Аҡ шәшке” эстрада йырҙары асыҡ ҡала конкурсы Өфөлә 21-23 ноябрҙә үткәреләсәк. Ижади бәйгенең ойоштороусыһы - Өфө ҡалаһы хакимиәтенең мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса идаралығы – конкурсты БР Йәштәр башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылына арнаған.
Өфө хакимиәте мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса идаралығының баш белгесе Наталья Маякова хәбәр итеүенсә, конкурста ижади үҙешмәкәр коллективтар – вокал ансамблдәре,трио, дуэттар һәм 23 йәшкә тиклемге вокалсылар – ҡатнаша ала. Мини- йәки СД дискыла яҙылған сифатлы фонограммаларҙың булыуы конкурста ҡатнашыусылар өсөн мотлаҡ шарт булып тора.
– Конкурс башланыуға аҙ ғына ваҡыт ҡалыуға ҡарамаҫтан, заявкалар һаман килә әле, – тип һөйләй Наталья Григорьевна. – Бөгөн уларҙың һаны 200-ҙән ашып китте, ә ҡатнашыусыларҙың һаны 400-гә яҡынлашып килә. Быйыл беҙҙең конкурста республиканың икенсе ҡалаларынан һәм күрше төбәктәрҙән ҡатнашыу теләге белдерҙеләр. Мәҫәлән, “Аҡ шәшке -2009” бәйгеһендә Силәбе, Аша, Стәрлетамаҡ һәм Мәләүез ҡалаларынан йырсылар ҡатнашыуы хәл ителгән мәсьәлә. Конкурс сиктәрендә ҡатнашыусылар өсөн жюри ағзалары менән осрашыуҙар, оҫталыҡ дәрестәре үткәреләсәк. Еңеүсе ижади фестивалгә барыу хоҡуғына эйә буласаҡ, ә лауреаттар дипломдар һәм иҫтәлекле приздар менән бүләкләнәсәк.
“Аҡ шәшке” конкурсы Ҡала мәҙәниәт һарайында үтәсәк. Уның беренсе туры – 21ноябрь, икенсеһе – 22 ноябрь була. Гала-концерт 23 ноябрь үтә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика