Бөгөн республика күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Юрий Демин менән хушлашты. Юрий Демин иҫтәлегенә арналған матәм митингыһы БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай йортонда үтте. Унда Башҡортостан Президенты М.Ғ. Рәхимов, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе К.Б. Толкачев һәм башҡа рәсми кешеләр, республика парламенты депутаттары, министрлыҡтар һәм ведомстволар, предприятиелар һәм ойошмалар вәкилдәре, Юрий Деминдың туғандары һәм яҡындары ҡатнашты.
Ю.С. Демин 1940 йылдың 23 майында Башҡортостан Республикаһының Өфө районы Булгаков ауылында тыуған. 1957 – 1960 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә. 1965 йылда Силәбе политехник институтын тамамлағандан һуң Башавтоидаралыҡтың 2-се Өфө йөк автохужалығында хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай. 1968 – 1970 йылдарҙа Ю.С. Демин “Оргтехстрой” һәм “Башкирстройтранс” трестарында етәксе вазифаларҙа эшләй. Унан һуң эшен КПСС-тың Өфө ҡала комитетында сәнәғәт-транспорт бүлеге инструкторы, КПСС-тың Өфө ҡалаһы Киров райкомында икенсе секретарь булып дауам итә. 1987 – 1990 йылдарҙа Ю.С. Демин - Өфө ҡалаһының Киров район Советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары һәм рәйесе.
1990 йылда ул Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы рәйесенең беренсе урынбаҫары итеп һайлана. 1994 йылдан 1995 йылға тиклем Ю.С. Демин - Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы рәйесе. Ошо вазифаларҙа ул республикала парламентаризмдың аяҡҡа баҫыуына, социаль-иҡтисади үҫешкә, яңы демократик Башҡортостан төҙөүгә ҙур өлөш индерә.
1995 йылдан алып хаҡлы ялға сыҡҡансы Ю.С. Демин Башҡортостан Республикаһы хеҙмәт, халыҡты эш менән тәьмин итеү һәм социаль яҡлау министры урынбаҫары, министрлыҡтың Халыҡты эш менән тәьмин итеү идаралығы начальнигы, “Газ-сервис” асыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директоры урынбаҫары булып эшләй.
Ю.С. Демин республиканың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, Башҡортостан Республикаһының 12-се саҡырылыш халыҡ депутаты итеп һайлана.
Юрий Сергеевич үҙенең тырышлығы, принципиаллеге, кешеләргә иғтибарлы мөнәсәбәте менән эше буйынса иптәштәре араһында һәм бөтә республикала ҙур абруй һәм ихтирам ҡаҙанды. Ҡайҙа ғына эшләһә лә үҙ хеҙмәтенә юғары яуаплылыҡ менән ҡараны. Коллегалары уның тырышлығын, ойоштороу һәләтен, компетентлылығын һәм профессионализмын юғары баһаланы. Ул изге күңеллелек, ябайлыҡ һәм баҫалҡылыҡ кеүек һоҡланғыс сифаттары менән айырылып тора.
Дәүләт алдындағы ҙур хеҙмәттәре өсөн Ю.С. Демин “Почет Билдәһе” ордены, Башҡортостан Республикаһының Почет грамоталары, бик күп миҙалдар менән бүләкләнә. Уға “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелгән.
Тыуған төбәгенең сәскә атыуы хаҡына бөтә көсөн, тәжрибәһен һәм белемен биргән һоҡланғыс кеше, Башҡортостандың һәм Рәсәй Федерацияһының патриоты, талантлы етәксе Демин Юрий Сергеевич хаҡында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.