14:22 (UTC+5), 17 Ноября 2009

ӨДАТУ студенттары программалаштырыу буйынса донъя чемпионаты финалына сыҡты

Өфө дәүләт авиация техник университеты студенттары өсөн программалаштырыу буйынса донъя студенттар командаһы чемпионатының ярымфиналы яҡшы һөҙөмтә менән тамамланды.
Вуздың матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, Санкт-Петербургта үткән Төньяҡ-Көнсығыш Европа төбәге ярымфинал ярыштарында Башҡортостанды лайыҡлы күрһәтеп, дүртенсе курс студенттары Дамир Әхмәтйәнов, Дмитрий Марьин һәм бишенсе курс студенты Роман Нефедов 2010 йылдың 1-6 февралендә Харбинда үтәсәк донъя чемпионаты финалында ҡатнашыуға әҙерләнә. Команда менән ӨДАТУ-ның иҫәпләү математикаһы һәм кибернетика кафедраһы доценты Александр Фридлянд күнекмәләр үткәрә.
Әйтергә кәрәк, был егеттәрҙең бындай мәртәбәле ярышта тәүге тапҡыр ғына еңеүе түгел. 2006 йылда ӨДАТУ студенттары Сан-Антониола үткән (Техас, АҠШ) программалаштырыу буйынса донъя чемпионатының бронза призерҙары булды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика