04:39 (UTC+5), 17 Ноября 2009

Башҡортостандың халыҡ артисы Ғәли Хәмзин вафат булды

"Башинформ"
Башҡортостандың профессиональ музыка сәнғәте һәм мәҙәниәте ауыр юғалтыу кисерҙе –
2009 йылдың 15 ноябрендә Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ғәли Ғәббәс улы Хәмзин 60-сы йәшендә вафат булды.
Ғәли Хәмзин 1950 йылдың 12 июнендә Башҡортостан Республикаһының Белорет районы Әхмәр ауылында тыуған.
1981 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт филармонияһында хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә артист республикала һәм унан ситтә киң танылыу яулай.
Ғәли Ғәббәс улы матур тауышы, бәрхәт тембры, һоҡланғыс вокаль оҫталығы менән айырылып торҙо. Был айырыуса оҙон башҡорт көйҙәрен виртуоз башҡарғанында асыҡ сағыла ине. 1985 йылда ул Бөтә Рәсәй халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсында беренсе премия лауреаты булды.
Ғәли Хәмзиндың башҡарыу диапазоны ғәйәт киң. Башҡорт халыҡ йырҙары менән бер рәттән Башҡортостан композиторҙарының әҫәрҙәре лә уның репертуарында ҙур урын биләй.
Ғәли Ғәббәс улы үҙен шулай уҡ талантлы ойоштороусы булараҡ күрһәтте, “Йәдкәр” фольклор төркөмөнә нигеҙ һалды һәм 25 йыл ошо төркөмгә етәкселек итте. Төркөмдөң үҙенә генә хас башҡарыу стиле, үҙенсәлекле театрлаштырылған программалары етәксеһенең һоҡланғыс музыкаль һәм актерлыҡ һәләттәре менән бәйле. Ошоноң һөҙөмтәһендә үҙенсәлекле фольклор коллективы төрлө Бөтә Союз һәм халыҡ-ара конкурстарҙа күп тапҡырҙар лауреат булды.
Ғәли Хәмзин сит илдәрҙә - Дания, Испания, Швеция, Австралия, Канада, АҠШ-та һәм башҡа илдәрҙә Башҡортостандың музыка сәнғәтен лайыҡлы сағылдырҙы. Уның ижади ҡаҙаныштары донъяла башҡорт музыка сәнғәтенең популярлығын арттырыуға күп яҡлап булышлыҡ итте.
Һоҡланғыс кеше һәм талантлы музыка сәнғәте эшмәкәре Ғәли Ғәббәс улы Хәмзин хаҡында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.
Некрологка республика Президенты Мортаза Рәхимов, БР Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев, БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев һәм башҡа рәсми кешеләр ҡул ҡуйған.
Мәрхүм менән хушлашыу 2009 йылдың 17 ноябрендә сәғәт 11-ҙә Өфө ҡалаһы, Гоголь урамы, 58-се йорт адресы буйынса Башҡорт дәүләт филармонияһында үткәрелә.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика