06:19 (UTC+5), 16 Ноября 2009

“Ҡала мөхите” V социаль реклама фестивале еңеүсеһе – Евгений Никонов

Любовь Колоколова
“Ҡала мөхите” V социаль реклама фестивале конкурсының Гран-прийы баш ҡаланың “БезНебес” продакш-студияһы етәксеһе Евгений Никоновҡа тапшырылды. Был награда уға “Тәртиптәре аптырата” исемле наркотиктарға ҡаршы йүнәлештәге видеороликтар өсөн бирелде.
Евгений Никонов шулай уҡ Рәсәй Наркотиктар әйләнешенә контроль буйынса федераль хеҙмәтенең БР буйынса идаралығының махсус призына лайыҡ булды.
Фестиаль еңеүсеһе һөйләүенсә, ул етәкләгән продакш-студия биш йыл эшләй. Уның хеҙмәткәрҙәре реклама плакаттары, аудио- һәм видеороликтар әҙерләй.
– Мине наркоманияның таралыуы, халыҡтың алкоголле эсемлектәр менән мауығыуы, әлбиттә, борсой,– тине “Башинформ” агентлығы хәбәрсеһенә Евгений Никонов.– Айырыуса наркотиктар йоғонтоһона бирелгән йәштәрҙең яҙмышы хәүефкә һала. Бының менән бөтә ысулдары ҡулланып, көрәшергә кәрәк. Үҙебеҙҙең студияла беҙ тап шулай эшләргә тырышабыҙ ҙа инде. Беҙҙең роликтарҙы ҡарағандан һуң, йәштәр ниндәй тоҙаҡҡа эләгеүҙәрен аңлаһындар ине.
1 из 2
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика