12:30 (UTC+5), 13 Ноября 2009

Республиканың суд приставтары өй туйланы

Елена Макушина
Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Республикаһы буйынса Федераль суд приставтары хеҙмәте идаралығы бинаһы тантаналы асылды.
Унда Федераль суд приставтары хеҙмәте директоры, Рәсәй Федерацияһының баш суд приставы Артур Парфенчиков һәм башҡа рәсми вәкилдәр ҡатнашты.
Биш ҡатлы бинаның дөйөм майҙаны 4400 квадрат метр тәшкил итә. Бында Өфөлә Башҡортостан Республикаһы буйынса Федераль суд приставтары хеҙмәте аппаратынан тыш, бурыслыларҙы һәм уларҙың мөлкәтен эҙләү буйынса махсуслаштырылған бүлек, айырым башҡарма документтарҙы үтәү буйынса махсуслаштырылған бүлек, Өфөнөң Киров, Совет һәм Октябрьск райондары суд приставтары бүлектәре урынлашҡан.
Бина ла шулай уҡ заманса тренажерҙар һәм ҡорамалдар менән йыһазландырылған спорт залы, 140 кешегә иҫәпләнгән кәңәшмәләр залы булдырылған. Киләсәктә БР буйынса Федераль суд приставтары хеҙмәте идаралығының музейын асыу планлаштырыла – бының өсөн бина табылған да инде.
Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, бөгөн Өфөлә Суд приставтары көнөнә арналған тантаналы йыйылыш үтәсәк. РФ Президенты ҡарарына ярашлы юстиция хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы 1 ноябрь билдәләнә.
Суд приставтары хеҙмәте үҙенең төплө эшләүен иҫбатланы. 1997 йылдан алып суд ҡарарҙын үтәү һөҙөмтәлелеге ике тапҡырҙан ашыуға күтәрелгән. Дәүләт өсөн суд приставтары хеҙмәтенең эшмәкәрлеге рентабелле: 2009 йылдың 9 айында 4,3 миллиард һум түләтелгән, республиканың һәр бер суд приставына 7 миллиондан ашыу тура килә.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика