07:12 (UTC+5), 12 Ноября 2009

Белорет металлургия комбинаты һәләтле балаға ярҙам итте

Ольга Горюнова
«Мечел» компанияһына ингән «Белорет металлургия комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәте етәкселеге Үҙән балалар йортонда тәрбиәләнеүсе Николай Васильевҡа Беренсе каналдағы «Умники и умницы» программаһында ҡатнашыу өсөн Мәскәүгә барыуына 60 мең һум күләмендә бағыусылыҡ ярҙамы бүлергә ҡарар итте.
Быйыл февралдә ун беренсе синыф уҡыусыһы Николай Васильев «Умники и умницы» программаһының һайлап алыу турында ҡатнашты. 1 сентябрҙә Үҙән балалар йортона Николайҙы Мәскәүгә «Умники и умницы» интеллектуаль программаһында ҡатнашыу өсөн саҡырып телеграмма килде, уны яҙыу 1-3 декабрҙә үткәрелә. 28 ноябрҙә Николай Мәскәүгә оса, ә 29 ноябрҙә «Умники и умницы» тапшырыуының алыштырғыһыҙ авторы һәм алып барыусыһы Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институты (МГИМО) профессоры Юрий Вяземский менән осрашасаҡ. Был программаның ун һигеҙ йыллыҡ тарихында тәүге тапҡыр унда балалар йортонда тәрбиәләнеүсе ҡатнашасаҡ.
Белорет металлургия комбинаты Николай Васильевты «Умники и умницы» программаһына ебәреүгә аҡса бүлергә ҡарар итте. “Һәр баланың үҙ ғаиләһе йылыһы һәм хәстәре менән солғап алынған тулы ҡанлы тормошҡа хоҡуғы бар, ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөтә балалар ҙа бындай мөмкинлеккә эйә түгел. Беҙ балаларҙы үҙебеҙҙекеләргә һәм ситтәргә айырмайбыҙ. Белорет металлургия комбинаты һәр ваҡыт хәленән килгән тиклем етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға ярҙам күрһәтә. Айырыуса шуны әйтәһем килә: бөгөн аҡыллы һәм инициативалы балаларҙы яҡлап, беҙ үҙебеҙгә иртәгәһе көнгә ышаныс тәьмин итәбеҙ, ә иң мөһиме, балаларға – беҙҙең киләсәгебеҙгә ошондай мөмкинлек бирәбеҙ”, – тип билдәләне “Белорет металлургия комбинаты” асыҡ акционерҙар комбинатының идара итеүсе директоры Виктор Камелин.
Әйткәндәй, предприятие Үҙән балалар йортона беренсе тапҡыр ғына ярҙам итмәй, тип хәбәр иттеләр комбинаттың матбуғат хеҙмәтенән. Күп йылдар инде Белорет металлургия комбинаты унда тәрбиәләнеүселәрҙе Яңы йыл байрамдары менән ҡотлай һәм бөтә балаларға ла тәм-томдар тапшыра, көнкүреш проблемаларын хәл итеүҙә ярҙам күрһәтә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика