Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.5
0
90.14
0
79.1
+1.83
18+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Ноябрь 2009, 10:31
“Ҡыш Бабайға хат” хәйриә акцияһы башланды
Өфөлә етенсе йыл рәттән балалар өсөн “Ҡыш Бабайға хат” Яңы йыл проекты старт алды. Ойоштороусыһы – ҡаланың Ижтимағи үҫеш фонды. Уның хеҙмәткәрҙәре балаларҙы быйыл ҡылған изге эштәре өсөн дәртләндерергә ҡарар итте.
5 декабргә тиклем малайҙар һәм ҡыҙҙар, Ҡыш Бабайға хат яҙып, 2009 йылда башҡарған үҙҙәренең изге эштәре һәм ғәмәлдәре тураһында һөйләй ала. Яңы йыл акцияһында баш ҡаланың биш йәштән 15 йәшкә тиклемге йәш кешеләре ҡатнаша ала.
Хатты түбәндәге адрес буйынса ебәрергә кәрәк: 450047, Өфө ҡалаһы, “Ҡыш Бабайға” абонент йәшниге.
Фондтан хәбәр итеүҙәренсә, иң яҡшы хаттарҙы һайлап алғанда баланың йәшенә ярашлы ул ҡылған изге эштең бала һәм тирә-йүндәгеләр өсөн әһәмиәте иҫәпкә алынасаҡ.
Акцияла еңеүсе 3000 бала Ҡыш Бабайҙан Яңы йыл кисәһенә саҡырыу һәм бүләктәр аласаҡ.
Автор:
Эльмира Сабирова
Теги:
акциялар
Читайте нас: