10:41 (UTC+5), 11 Ноября 2009

Башҡортостанда туриндустрия союзы ойошторолдо

Республикала туристик индустрия союзы булдырыу тураһындағы ҡарар Профсоюздар йортонда уҙған ойоштороу съезында ҡабул ителде. Союз рәйесе итеп БР Иҡтисади үҫеш министры Евгений Евтушенко һайланды.
БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрының беренсе урынбаҫары Кинйә Ҡускилдин, йыйылыусылар алдында сығыш яһағанда, Башҡортостанда туристик маҡсатта файҙаланырлыҡ һәм файҙаланырға тейешле ресурстар бар, тип билдәләне.
– Башҡортостанда туриндустрия союзы ойоштороу мәсьәләһе ағымдағы йылдың авгусында Бөрйән районында үткән БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығының күсмә кәңәшмәһендә беренсе тапҡыр күтәрелде, – тине Кинйә Сәғит улы. – Туризм – төбәктең иҡтисади үҫешенең мөһим өлөшө булып тора. Республиканың төплө матди базаһы булыуы уның әүҙем үҫешенә булышлыҡ итәсәк. Мәҫәлән, беҙҙә транспорт селтәре үҫешкән, юл буйында хеҙмәтләндереүҙәр күрһәтеү яйға һалынған, туристар һәм спортсыларҙың һорауы менән ҡулланған тауарҙар етерлек кимәлдә етештерелә. Әйткәндәй, бөгөн республикала туристик индустрияны артабан үҫтереү буйынса программалар эшләп килә. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостан туристик союзы хәл итәсәк мәсьәләләр ҙә байтаҡ.
Республикала Башҡортостан комплекслы күрһәтелгән туристик интернет –портал асыу кәрәк. Төбәктәге туризм, сувенир продукцияһы,тәбиғәт, халыҡ кәсептәре хаҡындағы тулы мәғлүмәт тупланған реклама- матбуғат үҙәген ойоштороу эше башланды. Бынан тыш, был мәсьәләлә беҙгә күрше төбәктәр – Екатеринбург, Ырымбур, Силәбе менән берләшергә кәрәк.
Евгений Евтушенко фекеренсә, бөгөн туризмдың иҡтисади ғына түгел, ә социаль категория ла булыуын оноторға ярамай.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика