10:17 (UTC+5), 11 Ноября 2009

Башҡортостанда иң яҡшы врачтарҙың исемдәре билдәләнде

Елена Макушина
БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы “Йылдың иң яҡшы врачы” Бөтә Рәсәй конкурсы сиктәрендә барған һөнәри оҫталыҡ конкурсына йомғаҡлау яһаны.
БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, быйылғы конкурста тәҡдим ителгән 28 номинацияның 25-е буйынса 115 врач ҡатнашты.
“Иң яҡшы балалар врачы” номинацияһында Октябрск ҡалаһы балалар дауаханаһының медик - социаль ярҙам күрһәтеү бүлеге мөдире Альбина Мәһәнова еңеү яуланы. “Иң яҡшы неонатолог” исеме Республика балалар клиник дауаханаһының врачы Алһыу Байковаға бирелде. Өфө ҡалаһының 17-се дауаханаһы урологы Александр Цырьяк “Иң яҡшы балалар хирургы” исеменә лайыҡ булды.
“Иң яҡшы терапевт” - Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының гастроэнтерология бүлексәһе мөдире Зилара Ғабдрахманова. Дүртөйлө ҡалаһының үҙәк район дауаханаһы хирургы Георгий Хан “Врач-хирург” номинацияһында иң яҡшы тип танылды. Өфө ҡалаһының 8-се дауаханаһы 1-се гинекология бүлеге мөдире Татьяна Турбинаға “Иң яҡшы акушер–гинеколог” номинацияһында еңде.
Дүртөйлө ҡалаһы үҙәк район дауаханаһының баш врачы Рәшит Мостафин 2009 йылда “Медицина ойошмаһының иң яҡшы етәксеһе”, тип табылды. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының клиник–диагностик лаборатория врачы Динә Ваһапова “Иң яҡшы врач-тикшереүсе” номинацияһы еңеүсеһе.
Марина Иванова (Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы)– “Иң яҡшы врач-невролог”, Лидия Алексеева – “Иң яҡшы врач-психиатр” (1-се республика психиатрия дауаханаһы), Сергей Шабаев –“Иң яҡшы ашығыс медицина ярҙамы врачы”(Өфөнөң “Ашығыс медицина ярҙамы станцияһы”).
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика