Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.45
-0.25
91.48
+0.27
61.77
+0.28
-8 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Ноябрь 2009, 13:17
Карантин саралары үҙ һөҙөмтәһен бирҙе
Өфөлә грипп менән сирләү интенсивлығы кәмей башланы. Был турала мэриялағы кәңәшмәлә ҡала хакимиәте башлығы Павел Качкаев хәбәр итте. Ҡала дауалау учреждениеларына иң күп мөрәжәғәт итеүселәр 5 ноябрҙә теркәлде – 2100 кешегә яҡын. Унан һуңғы көндәрҙә был күрһәткес 1600-1800 кешегә тиклем кәмене, ә 9 ноябргә һөҙөмтәләргә ҡарағанда сирләүселәр һаны 1500 кеше тәшкил итте.
- Ихтимал, грипп менән сирләүҙең кәмеүенә ҡаланың белем биреү учреждениеларында индерелгән карантин йоғонто яһағандыр, - тип иҫәпләй Павел Качкаев. – Нисек кенә булмаһын, беҙ граждандарыбыҙ өсөн сирләү хәүефен мөмкин тиклем кәметеү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләйәсәкбеҙ.
Автор:
Евгений Рәхимҡолов
Теги:
урындағы власть
Читайте нас