07:18 (UTC+5), 10 Ноября 2009

Хәрби комиссариаттың йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә бөтә һорауҙарға ла яуап бирәсәктәр

Раил Мөхәмәҙиев
Хәрби хеҙмәткә сираттағы саҡырыу тамамланыуға яҡынлашып килһә лә, хәрби хеҙмәткә ҡағылышлы һорауҙар ата-әсәләрҙе лә, буласаҡ һалдаттарҙы ла борсой.
Башҡортостан хәрби комиссариатының йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе мөдире Зифа Мәғәфүрова хәбәр итеүенсә, 2009 йылдың 1 октябренән алып бында 40-тан ашыу кеше мөрәжәғәт иткән. Күпселек һорауҙарҙы ата-әсәләр бирә: буласаҡ һалдаттарҙың сәләмәтлек торошо, хәрби хеҙмәткә саҡырылғандарҙың балаларына пособие күләме һәм түләү тәртибе һәм башҡалар.
Телефондар бында иртә таңдан алып кискә тиклем тынмай. Үҙҙәре Өфөгә килә алмаған ата-әсәләр улдарының ҡайҙа һәм ниндәй ғәсҡәрҙәрҙә хеҙмәт итеүе тураһында тулы мәғлүмәт алырға теләп шылтырата.
Башҡортостан хәрби комиссариатының йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 156-сы йорт адресы буйынса урынлашҡан, белешмәләр өсөн телефон: (347) 228-02-92.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика