07:38 (UTC+5), 09 Ноября 2009

Йәштәр йәмәғәт берләшмәләренең 90 йыллығына арналған сараларға әҙерлек бара

Эльмира Сабирова
10 ноябрҙә Өфөлә Хөкүмәт йортонда Башҡортостандың йәштәр йәмәғәт берләшмәләренең 90 йыллығына арналған сараларға әҙерләнеү һәм уларҙы үткәреү буйынса республика ойоштороу комитеты ултырышы үтте.
2010 йылда республика комсомол ойошмаһы төҙөлөүгә 90 йыл тула, әлеге ваҡытта уның хоҡуҡ вариҫы булып Башҡортостан Демократик йәштәр иттифағы тора.
Комсомол ойошмаһының иң яҡшы традицияларын дауам иттереү һәм дәүләт йәштәр сәйәсәтен артабан әүҙемләштереү маҡсатында быйыл июлдә БР Президенты “Башҡортостан йәштәр йәмәғәт берләшмәләре ойошторолоуының 90 йыллығы тураһында” Указға ҡул ҡуйҙы.
Юбилей датаһына арналған сараларҙы әҙерләү һәм үткәреү буйынса ойоштороу комитеты составына БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, БР мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев, БР Президенты ҡарамағындағы Дәүләт советнигы Сергей Лаврентьев, БР йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министры Александр Никерин, БР мәғариф министры Зиннәт Аллаяров, БР торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ғеман Әсәҙуллин, шулай уҡ республика вуздары ректорҙары, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре һәм башҡалар инде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика