05:59 (UTC+5), 09 Ноября 2009

Башҡортостан туриндустрия союзы төҙөләсәк

Эльмира Сабирова
10 ноябрҙә Өфөлә Профсоюздар йортонда Башҡортостан туриндустрия союзы төҙөү буйынса ойоштороу съезы үтәсәк.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, туриндустрия союзы ойоштороу тураһында мәсьәлә ағымдағы йылдың авгусында Бөрйән районында үткән БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығының күсмә кәңәшмәһендә күтәрелгәйне.
Был йәмәғәт берекмәһенең төп маҡсаты – туристик хеҙмәтләндереүҙәр баҙарын юлға һалыу, төбәктең туризм мөмкинлектәрен киңәйтеү, Башҡортостан өсөн дөйөм туристик бренд булдырыу.
Башҡортостан туриндустрия союзына 500-ҙән ашыу турбизнес, ҡунаҡхана хужалығы, санатор-курорт комплексы ойошмалары, шулай уҡ транспорт, страховка компаниялары, уҡыу йорттары, туризм менән идара итеү төбәк ассоциациялары һәм органдары, шулай уҡ туризмды үҫтереү мәсьәләләрен даими яҡтыртып барыусы киң мәғлүмәт саралары инәсәк.
Съезд сиктәрендә Башҡортостан туриндустрия союзының Уставы ҡабул ителсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика