14:23 (UTC+5), 06 Ноября 2009

Раил Сарбаев: грипп эпидемияһы иғтибар үҙәгендә

Ольга Горюнова
Өфөлә мәктәп уҡыусыларының каникулдары бер аҙнаға оҙайтылды. Каникул ваҡытын оҙайтыу тураһындағы ҡарар илебеҙҙә октябрь айында уҡ башланған грипп эпидемияһына бәйле ҡабул ителде. Карантин эпидемик сиктең 23 проценттан артҡан осраҡта индерелә.
– Бөгөн Өфө буйынса был күрһәткес 15,7 процент тәшкил итә, ләкин беҙ хәлдең насарайыуын көтмәҫкә булдыҡ. Тәжрибә лә шуны күрһәтә: һаҡлау сараларын ҡулланыу яҡшы һөҙөмтә бирә, Мәҫәлән, вуздарҙа уҡытыу процесын бер аҙнаға алдараҡ туҡтатыуҙан һуң дауаханаларға грипп билдәләре менән мөрәжәғәт итеүселәрҙең һаны 300 кешегә кәмене,– тине БР Хөкүмәте Премьер–министры Раил Сарбаев.
Өфөлә 1 ноябргә грипп менән ауырыусы 6898 кеше теркәлгән, уларҙың күпселеге – 18 йәшкә тиклемге балалар.
Раил Сарбаев һүҙҙәре буйынса, әлегә каникулдар баш ҡала мәктәптәрендә генә оҙайтылған, республиканың башҡа төбәктәрендә хәл насарайған осраҡта, унда ла карантин индереләсәк.
– Грипп эпидемияһы иғтибар үҙәгендә тотола, – тине Раил Сарбаев.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика