11:09 (UTC+5), 03 Ноября 2009

Быйыл 25 күп балалы ғаиләгә 49,4 миллион һумлыҡ торлаҡ сертификаты тапшырылған

Эльмира Сабирова
– 2009 йылда 25 күп балалы ғаиләгә 49,4 миллион һумлыҡ торлаҡ сертификаты тапшырылған, – тине БР Хөкүмәтенең киңәйтелгән кәңәшмәһендә БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Фидус Ямалтдинов.
Башҡортостанда күп балалы ғаиләләргә айырыуса ҙур иғтибар бирелә. Мәҫәлән, аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнеүсе балаларға мәктәп формалары бирелә, дөйөм белем биреү мәктәптәрендә һәм башланғыс һөнәри учреждениеларында уҡыусылар бушлай туҡлана һәм башҡа бик күп льготалар ҡаралған. Ағымдағы йылдың туғыҙ айында торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәтләндереүҙәргә сығымдарҙы ҡаплау өсөн 23,2 мең ғаиләгә 87,5 миллион һумлыҡ аҡсалата компенсация бирелгән.
Туғыҙ һәм унан да күберәк 18 йәшкә тиклемге балалы ғаиләләргә “ГАЗель” микроавтобустары бирелә. 2001 йылдан бирле 38 ғаилә машина менән тәьмин ителгән. Йыл аҙағына тиклем тағы ла 16 күп балалы ғаиләгә транспорт биреләсәк.
Күп балалы ғаиләләргә ярҙам итеүҙән тыш, республикала тулы булмаған, социаль яҡлауһыҙ ғаиләләр ситләтелмәй.
2009 йылдың туғыҙ айында 79,8 мең аҙ тәьмин ителгән граждандарға һәммәһе 89,4 миллион һум социаль пособие түләнгән. Ярҙамдың был төрө күп балалы һәм тулы булмаған ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе, ғәрип, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларға, эшләмәүсе пенсионер йәки ғәрип ата-әсәле балаларға күрһәтелә.
Фидус Ямалтдинов әйтеүенсә, бындай дәүләт ярҙамы саралары республиканың меңәрләгән ғаилә тормошонда ыңғай сағылыш таба.
– Әммә ҡатмарлы тормош хәлендә ҡалған ғаиләләргә нығыраҡ ярҙам күрһәтеү өсөн байтаҡ эштәр башҡарырға кәрәк әле,– тине Фидус Әғләм улы.– Ғаилә институтының абруйын күтәреү өлкәһендә эште камиллаштырыу талап ителә. Был мәсьәләне хәл итеү өсөн, әлбиттә, дәүләт структураларының һәм йәмәғәт ойошмаларының тырышлыҡтарын берләштереү кәрәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика