04:39 (UTC+5), 02 Ноября 2009

Суд приставтары көнө менән!

"Башинформ"
Башҡортостан Республикаһы Президенты Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарын һөнәри байрамдары менән ҡотланы. Ҡотлауҙа былай тиелә:
“Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының хөрмәтле хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!
Һеҙҙе Суд приставтары көнө менән ихлас ҡотлайым!
Рәсәйҙә хеҙмәтегеҙ тарихы бер тиҫтә йыллыҡ ҡына түгел, әммә был һөнәри байрам яңы сифатында тәүге тапҡыр билдәләнә.
Бөгөн Федераль суд приставтары хеҙмәте – Рәсәй граждандарының конституцион хоҡуҡтарын тәьмин итеү системаһының мөһим өлөшө һәм суд эштәрен тормошҡа ашырыу тәртибен үтәүҙең йоғонтоло механизмы.
Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралыҡ коллективының көсөргәнешле һәм яуаплы хеҙмәте һөҙөмтәһендә граждандарҙың законға, дәүләт власы институттарына ышанысы һәм ихтирамы арта. Суд приставтары хеҙмәте эшмәкәрлеге бөтә кимәлдәге бюджеттарҙы тулыландырыуға булышлыҡ итә, был социаль программаларҙы тормошҡа ашырыуҙа ыңғай сағыла һәм кешеләрҙең йәшәү кимәлен күтәреүгә булышлыҡ итә.
Суд, хоҡуҡ һаҡлау һәм контроль органдары менән әүҙем эш итеп,идаралығығыҙ эштә һиҙелерлек һөҙөмтәләргә өлгәште һәм хаҡлы рәүештә Рәсәй федераль суд приставтары хеҙмәтенең территориаль органдары араһында иң яҡшыларҙың береһе тип иҫәпләнә.
Ошо байрам көнөндә һеҙгә һаулыҡ, именлек һәм бәхет, тыуған Башҡортостан һәм бөтә Рәсәй хаҡына уңышлы эшмәкәрлек теләйем.
Башҡортостан Республикаһы Президенты М.РӘХИМОВ.”
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика