Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.57
+0.16
93.26
+0.09
80.51
-1.86
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Ноябрь 2009, 14:45

Республика райондарында “Гәлсәр һандуғас” фестиваленә һайлап алыу этабы башлана

Республика райондарында популяр “Гәлсәр һандуғас” телевизион конкурс-фестиваленә һайлап алыу этабы башлана. Проекттың һайлап алыу концерттары Илеш районының Үрге Йәркәй ауылында 6 ноябрҙә башлана һәм айҙың 16-на тиклем дауам итәсәк. Был ваҡыт эсендә проектты ойоштороусылар Баҡалы, Ҡыйғы, Салауат, Дыуан һәм Мәсетле райондарында буласаҡтар.
“Башинформ” агентлығына проекттың авторы һәм алып барыусыһы Земфира Байбулдина хәбәр итеүенсә, концерттарға 16 йәштән 30 йәшкәсә тиклемге башҡарыусылар саҡырыла. Райондарҙа яҡшы күрһәткестәргә өлгәшеүселәр “Гәлсәр һандуғас -2010” фестиваленең икенсе һайлап алыу турына үтәсәк. Традиция буйынса ул телеүҙәк студияһында киләһе йыл ағымында барасаҡ. Уның еңеүселәрен телевизор ҡараусылар билдәләйәсәк.
Автор:Әлфиә Әһлиуллина
Читайте нас: