08:40 (UTC+5), 02 Ноября 2009

Башҡортостанда тәрбиәгә бала алған ғаиләләр конкурсының икенсе этабы башлана

Эльмира Сабирова
Өфө ҡалаһының 2-се һанлы санатор мәктәбе-интернатында опекун, патронат һәм баланы тәрбиәгә алған ғаиләләр республика конкурсының икенсе этабы башлана.
БР Мәғариф министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, конкурстың тәүге этабы октябрҙә ҡала кимәлендә үткәрелгән. Еңеүселәр өс номинация буйынса асыҡлана: “Иң яҡшы опекун ғаилә”, “Иң яҡшы патронат ғаилә”, Тәрбиәгә бала алған иң яҡшы ғаилә”. Һөҙөмтәлә Өфөгә беренсе турҙа еңеү яулаусы 38 ғаилә килде. Жюри ғаиләлә нисә бала тәрбиәләнеүгә, үҫмерҙәргә йәшәү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылыуға, төрлө яҡлап үҫтереүгә, психик һәм физик тороштарының ыңғай яҡҡа үҙгәреүенә, ижади һәләттәренә ҡарап баһа бирәсәк. Конкурстың икенсе этабы ноябрь урталарына тиклем барасаҡ — республика конкурсының һәр номинацияһы буйынса ҡатнашыусылар исемлеге төҙөләсәк.
Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, конкурс 2007 йылда ата-әсә ҡарауынан ҡалған балаларҙы ғаиләләргә урынлаштырыуҙы үҫтереү, иң яҡшы опекун, патронат һәм
баланы тәрбиәгә алған ғаиләләрҙе дәртләндереү маҡсатында ойошторолғайны.
Еңеүселәр өсөн 100 мең һум күләмендә БР Президентының өс премияһы булдырылған. Бынан тыш БР Мәғариф министрлығының премиялары ҡаралған.
Гала–концерт һәм конкурста еңеүселәрҙе тантаналы бүләкләү 25 ноябрҙә үтәсәк.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика