12:06 (UTC+5), 30 Октября 2009

“Туған тел” телеканалы уңышлы эшләй һәм үҫешә

Наил Искәндәров
2009 йылдың мартында республика баш ҡалаһы Өфөлә тест режимында “Туған тел” музыкаль телеканалы эшләй башланы. Үҙ тапшырыуҙарын ул “Уфанет” цифрлы кабель телевидениеһы селтәрендә, ә июндә “Башинформсвязь” селтәрендә башланы. Рәмил Ғәниев һәм Флүр Зөбәйеров ойошторған яңы музыкаль-күңел асыу телеканалы үҙ алдына башҡорт, татар һәм Башҡортостандың башҡа халыҡтарының музыкаль мираҫын һаҡлауҙы маҡсат итеп ҡуя.
Каналды ойоштороусыларҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, “урындағы MTV” төҙөү идеяһы күптән тыуған. “Милли мәҙәниәт тә яҡлауға мохтаж, - тип иҫәпләй улар. – Йәштәр үҙ туған телендә һөйләшергә оялмаҫҡа тейеш, шуға күрә беҙҙең төп маҡсат – хәҙерге шарттарҙа телде һаҡлап ҡалыу, уны модалы яһау”.
- Беҙҙә музыкаль профилдәге уҡыу йорттарын тамамлаған һәләтле йәштәр бик күп, ләкин уларҙың ҡайһы берҙәре, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, артабан үҙ ижади һәләттәрен күрһәтә, үҙ хыялдарын тормошҡа ашыра алмайҙар, - ти каналды ойоштороусылар. – Каналды ойоштороп, беҙ мәшғүллек һәм йәштәрҙең ижади һәләттәрен үҫтереү проблемаһын күпмелер кимәлдә хәл итергә маташабыҙ, сөнки телеканал тәүлек әйләнәһенә видеоклиптар күрһәтеү, йәш һәм танылған йырсыларҙың концерттарын биреп, уларҙың популярлығын арттырыу, шулай уҡ шоу-бизнес вәкилдәрен эш менән тәьмин итеү мөмкинлектәре бирә.
Каналды ойоштороусылар яңы телевизион каналды индереүгә һәм үҫтереүгә ярҙам иткәндәре өсөн Башҡортостан Президенты Хакимиәтенә, атап әйткәндә, Сергей Николаевич Лаврентьевҡа ҙур рәхмәт белдерә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика