15:26 (UTC+5), 29 Октября 2009

Юлай Ғәйнетдинов: “Ҡурайсы – ул йәшәү рәүеше”

29 октябрҙә Өфө сәнғәт училищеһының концерт залында Әҙеһәм Исҡужин исемендәге ҡурайсылар конкурсы башланды. Икенсе тапҡыр ойошторолған конкурс ҡала кимәлендә үткәрелһә лә, унда республика райондары вәкилдәре лә көс һынамаҡсы. Ҡурайсылар бәйгеһендә барлығы 90 музыкант ҡатнаша.
– Конкурста ҡалала тыуып үҫкән егеттәрҙе күреү минең өсөн оло ҡыуаныс,- ти жюри рәйесе, РФ һәм БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Юлай Ғәйнетдинов.– Уларҙың береһе Әҙеһәм Исҡужиндың уҡыусыһы, билдәле ҡурайсыбыҙ Роберт Юлдашев. Әҙеһәм Исҡужин үҙенең эшмәкәрлеген, ижадын башҡорттарҙың милли музыка ҡоралын – ҡурайҙы популярләштереүгә арнаған педагог-ҡурайсы ул. Тап уның тырышлығы менән республиканың байтаҡ музыка мәктәптәрендә ҡурайсылар өсөн бүлектәр асылды.
Конкурсанттарҙың сығыш яһау программалары ябай түгел. Һәр бәйгесе кәм тигәндә 4 әҫәр әҙерләй. Ун алты йәшкә тиклемге ҡурайсылар “оҙон көй”, бейеү көйө һәм марш уйнарға тейеш,ә унан олораҡ бәйгеселәр ҡурайҙа уйнауҙан тыш, йырларға ла тейеш.
Ижади бәйгелә еңеүселәрҙең исемдәре 30 октябрҙә Ҡала мәҙәниәт һарайында үтәсәк гала-концертта билдәле буласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика