04:57 (UTC+5), 29 Октябрь 2009

Рәссам Хәбибрахмановтар күргәҙмәһе асылды

Лиә Нәғимова
Өфө художество галереяһында өс рәссамдың ғәҙәттән тыш төркөм күргәҙмәһе асылды. Уның авторҙары – БР-ҙың атҡаҙанған рәссамы, БР Рәссамдар союзы ағзаһы, билдәле скульптор Хәниф Хәбибрахманов, декоратив биҙәү-ҡулланма сәнғәте оҫтаһы, рәссам Людмила Хәбибрахманова һәм Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының театраль-декорация һынлы сәнғәте факультетын тамамлаусы, БР Рәссамдар союзының Йәш рәссамдар һәм сәнғәт белгестәре берләшмәһе ағзаһы Дина Хәбибрахманова.
Өс залда Хәниф Мирзаһит улының төрлө скульптура эштәре, Людмила Ивановнаның гобелендары һәм батигы, уларҙың ҡыҙҙары, йәш перспективалы рәссам Динаның графикаһы, спектаклдәргә макеттары урын алған. Бынан тыш, был күргәҙмә һөнәрҙә ғаилә күсәгилешлелегенең сағыу миҫалы булып тора, унда ҡуйылған эштәрҙе күреп, ысынлап та һәләттең нәҫелдән килеүенә инанаһың. Дина Хәбибрахманова бәләкәй сағынан уҡ ижад менән мауыға.
Башта был күргәҙмә Хәниф Хәбибрахмановтың 60 йәшенә арналған персональ күргәҙмә булырға тейеш ине. Ләкин оҫта үҙ эштәрен татыу ижади ғаиләһе ағзалары менән бергә ҡуйырға теләне.Таланты бөтә республикаға танылған һәм “БР-ҙың атҡаҙанған рәссамы” исеме менән билдәләнгән скульптор өфөләргә үҙенең эштәре – БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай эргәһендәге Салауат Юлаев һәйкәле, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры эргәһендәге скверҙа Заһир Исмәғилев һәйкәле һәм 2-се янғын часы эргәһендә үҙ һөнәри бурысын үтәгәндә һәләк булған янғын һүндереүселәргә арналған мемориаль комплексы буйынса таныш.
- Беҙҙең татыу Рәссамдар союзы коллективында ата-әсәләр һәм балалары ижад кешеләре, профессиональ рәссамдар булып торған ғаиләләр булыуы бик яҡшы, - ти БР Рәссамдар союзы рәйесе Хатип Фазылов. – Скульптура – һынлы сәнғәттең бик ауыр һәм ҡатмарлы айырым бер төрө, ә скульптор – бик көслө һәм ғәййәр кеше, ул йөрәк һәм күңел ҡушыуы буйынса ғына үҙ ижади уйын шулай нескә тоя һәм уны ҡаты материалға күсерә ала. Хәниф Хәбибрахманов – тап шундай кеше лә.
1 из 30
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика