05:16 (UTC+5), 29 Октября 2009

Үҙәк дәүләт архивы Шәһәрғәзи сәсән ҡулъяҙмалары менән тулыланды

"Башинформ"
Башҡортостан Республикаһы йәмәғәт берекмәләренең үҙәк дәүләт архивында башҡорт халҡының билдәле сәсәне Шәһәрғәзи Ғәбдиевтың шәхси документтар фондын булдырыуға арналған тантаналы сара булып үтте. Сәсәндең ҡулъяҙмаларын архивҡа Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы, журналист һәм яҙыусы Азамат Әғзәм улы Тажетдинов тапшырҙы. Шулай итеп, архив фонды тыуған яҡтың тарихы, ауыҙ-тел ижады, этнографияһы, этимологияһы, топонимикаһы темалары буйынса йыйылған материалдар, сәсәндең билдәле башҡорт яҙыусылары, ғалимдары менән үҙ-ара яҙышҡан хаттары менән тулыланды.
Башҡорт халҡының билдәле сәсәне Шәһәрғәзи Ғәбдиев Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылында 1898 йылда тыуған. Рус-герман, граждандар, совет-фин, Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашҡан. Репрессияға эләккәндән һуң, ете йыл буйы Беломор–Балтика каналын төҙөй. Уҡытыусы була. 1979 йылда вафат була.
Сәсәндең шәхси архивы тантаналы рәүештә Башҡортостан Республикаһы йәмәғәт берекмәләренең үҙәк дәүләт архивы директоры Юлай Юлдашбаевҡа тапшырылды. Уның һүҙҙәре буйынса, документтарҙы дәүләт һаҡлауына тапшырыу үтә мөһим ваҡиға. Сөнки быға тиклем билдәһеҙ тарихи факттар менән архив фондын тулыландырыу республиканың тарихы, мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн оло бүләк. Ул шулай уҡ Азамат Тажетдиновтың миҫалына башҡалар ҙа эйәрер, тигән өмөт белдерҙе.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика